Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған “Туған тел – мәңгелек хазина” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте. «Хазина» ансамбленең (етәксеһе М.Р.Ғәйфуллина) матур йырҙары, һоҡланғыс бейеүҙәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. «Халҡыма» йыры, уҡыусыларҙың ихлас һөйләгән шиғырҙары байрамға йәм өҫтәне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Нәркәс Ҡоҙаҡаева, Миләүшә Ғәйфуллина байрамды бик оҫта итеп, юғары кимәлдә алып барҙы. Байрам уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә бик фәһемле булды. Быуындар бәйләнеше бөтәбеҙгә лә бик мөһим. Оло йәштәге уҡытыусыларҙың ысын күңелдән әйтелгән аҡыллы кәңәштәре йәш быуын өсөн аманат булып ҡалыр. Сара Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләү флэшмобы менән тамамланды. |
Уҡыусылар Бөйөк Еңеү һәм Ватан һуғышы тураһында алған белемдәрен тәрәнәйттеләр, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың батырлығын иҫкә төшөрҙөлә ... Читать дальше » |
Малай ауылы мәктәбендә "Дәрестә һәм кластан тыш сараларҙа фольклор элементтарын ҡулланыу" темаһына бағышланған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары булып үтте. Асыҡ дәрестәр, уҡыусылар тырышлығы менән әҙерләнгән "Ҡунаҡ ҡаршылау йолаһы", уҡытыусылар өсөн "Алтын тирмә" интеллектуаль уйындары ҡунаҡтарға хуш килде. |
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы 10-17 декабрҙә Малай ауылы мәктәбендә 1-7- се кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде. |